Рәсәйҙә ауыл ипотекаһы программаһы киләһе йылда яңынан ғәмәлгә ашырыла

 Ауыл  хужалығы  министры  Дмитрий  Патрушев белдереүенсә,  әле  алдан бирелгән кредиттар буйынса  йөкләмәләр артҡан. Бюджеттан аҡса алғас, программаны яңынан башларға  мөмкин, - тине ул. Үҙәк банк нигеҙ ставканы 12 процентҡа тиклем күтәргәндән һуң, 25 августан  банктар  "Ауыл ипотекаһы" программаһы буйынса  аҡса биреүҙе  туҡтатты.  Был программа 2020 йылда  башланды, ауылдарҙа йорт-фатир алыу  өсөн торлаҡ  кредиты йыллыҡ  3 процент менән бирелде.