Башҡортостанда ҡысынма ауырыуын йоҡтороуҙың 100-ҙән ашыу осрағы теркәлгән

Был сир ауырыу кешегә  ҡағылғанда, йә кейем, уртаҡ әйберҙәр аша йоғоуы ихтимал. Тән ныҡ итеп ҡысый, өҫтәмә инфекция йоҡтороу хәүефе лә арта. Сирҙән һаҡланыу өсөн гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк,  тип  хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән.