2023 йылдың 11 сентябренән Рәсәйҙә мобилизация булмаясаҡ

Бынан алда интернетта ошо көндән алып 200 мең ир-егетте махсус хәрби операцияға саҡырыу көтөлә тигән имеш-мимештәр барлыҡҡа килде. Әммә Оборона министры Сергей Шойгу мәғлүмәтте кире ҡағып, был хәбәрҙе украин телеграм-каналдарының фейкы тип атаны. Уның ҡарауы, Рәсәйҙә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә. Ватан һағына баҫырға әҙерләнгән яҡташтарабыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.

Республика контракт хеҙмәтенә һайлап алыу пунктында иртәнән алып кеше өҙөлмәй. Көҙ етеү менән ватан һағына баҫырға теләүселәр бермә-бер артҡан. Миәкәнән 62 йәшлек Илдар Ғәлимов та бер йылға Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә килгән. Илебеҙгә афәт янағанда ситтә ятып ҡала алманым, ти ул.

Хәрби хеҙмәткә төрлө ғәскәрҙәргә эләгергә мөмкин, шулай ҙа кандидаттарҙа һауа-десант ғәскәрҙәре айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Әммә тельняшкалы инструкторҙар әйтеүенсә, зәңгәр беретлыларға етди талаптар ҡуйыла, шуларҙың береһе йәш сикләүе.

Контракт буйынса хеҙмәт Рәсәй ҡораллы көстәре составында ирекле хәрби эшмәкәрлек булып тора. Рәсәй оборона министрлығы граждандарҙың был категорияһына айырым шарттар тәҡдим итә. Атап үткәндә эш хаҡы, социаль пакет, льготалар, аҡсалата компенсациялар һәм дәртләндереү саралары. Бынан тыш, субъекттар ҙа үҙ хәрбиҙәренә ҙур ярҙам күрһәтә.

Ватан һаҡсыларының барыһы ла хәрби кейем менән тәьмин ителә. Контракт төҙөгән хәрбиҙәр, беренсе сиратта, әҙерлек үтеү өсөн уҡыу хәрби частарына ебәрелә. Ул ике аҙнанан өс айға тиклем дауам итергә мөмкин. Ошонан һуң ғына ир-егеттәр махсус операция биләмәһенә бурыстарҙы үтәү өсөн ебәрелә ала.

Илдар Байбулатов