Ғафури районы Аҡкүл урта мәктәбендә хәүефһеҙлек сараларына арналған асыҡ дәрес үтте

Һуңғы айҙа Башҡортостан тимер юлдрында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Үкенескә, икәүһе - үлемесле тамамланған. Водителдәр тимер юл аша сыҡҡанда юл йөрөү ҡағиҙәләрен инҡар итмәгәндә бындай фажиғәләргә юл ҡуйылмаған булыр ине. Ғафури районы Аҡкүл урта мәктәбендә хәүефһеҙлек сараларына арналған асыҡ дәрес үтте. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Сәғәтенә алтмыш километр тиҙлек менән хәрәкәт иткән поезд манекенды бәрҙереп, төрлө өлөштәргә өҙҙө. Ошондай уҡ хәл ҡаршы килгән состав алдында ҡалған кеше менән дә ҡабатланасаҡ. Шуға күрә йәйәүлеләр бындай хатаға юл ҡуйырға тейеш түгел.

Ауыр йөк тейәгән составты тиҙ арала ҡапыл туҡтатыу мөмкинлеге сикле. Тормоз юлы 800 метрҙан ашыу тәшкил итеүе ихтимал. Уҡыусылар был күргәҙмә дәрестән фәһем һәм ғибрәт алды.

Поезд манекенды бәрҙергән секундтарҙа унда тере кеше баҫып торған булһа тигән уйҙан йөрәгем тертләне.

Данил Насиров, Аҡкүл урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы

Макет ҡулланып асыҡ дәресте үҫмерҙәргә Стәрлетамаҡ инфраструктураһы инженеры Михаил Крайнов махсус рәүештә үткәрҙе.

Быйыл Башҡортостан тимер юл үткәүелдәренең Стәрлетамаҡ йүнәлешендә өс етди юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Бәлиғ булмаған үҫмер мотоциклда светофорҙың тыйылған сигналында тимер юлы аша үткән. Һөҙөмтәлә ул үлемесле тән йәрәхәттәре ала.Был авария тап ошо урында теркәлгән

Республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаларына мөнәсәбәтле бәлиғ булмағандар тарафынан юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы, уларға транспорт менән идара итергә рөхсәт иткән ата-әсәләрҙе асыҡлау буйынса етди эш алып бара.

Һигеҙ ай эсендә 16-18 йәшкә тиклем йәштәр тарафынан 2000 ашыу юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлде, улар араһында 900 осраҡта водитель тныҡлығы юҡлығы асыҡланды. Техника менән идара иткән 300 үҫмерҙең ата-әсәһе һәм тулы хоҡуҡлы вәкилдәре тәрбиә эшендәге етешһеҙлектәре өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, 44 үҫмер профилактик уҡыуҙарға йәлеп ителде.

Тимер юлы эшселәре,ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә водителдәрҙе тимер юл аша сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә өндәгән бүклеттар таратты.Нисек кенә булмаһын юл йөрөү ҡағиҙәләрен ҡабатлау, иҫтә тотоу һәм үтәү кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға ла булышлыҡ итәсәк.

Тимер юл аша үтеү һәм хәрәкәт итеү ҡағиҙәләре ябай,аңлайышлы. Состав яҡынайғанда светофор уттары ҡабына, ҡыңғырау бирелә, шлагбаумдар төшөрөлә, ә һуңынан ғына поезд юлын ҡаплау өсөн плитә ҡорамалдар күтәртелә. Был ваҡытта газға баҫыу, тиҙлекте арттырыу, ҡаршы юл һыҙатына сығыу тыйыла.

Тимер юлынан атлап йөрөү, рельстарға ултырып гитара сиртеү күптән инде романтик күренеш түгел. Тимер юлы мөһим стратегик обьект. Унан ауыр тоннажлы йөк составтары үтә. Шуға күрә балалар һәм өлкәндәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, хәрәкәт итеүсе поезд алдына сығыу ғүмер өсөн ҡурҡыныс икәнен һыр ваҡыт хәтерҙә тотһондар ине.

Гүзәл Борханова