Ул ике көн дауамында,баш ҡаланың Совет майҙанында үтте. Мәҙәни сара ҡунаҡтары алдында Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостандың милли симфоник оркестры, Дәүләт академия опера һәм балет театры солистары, Шулай уҡ Юрий Медяник етәкселегендәге Төмән филармония оркестры сығыш яһаны.
Концертты ҡарарға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров килде. Фестиваль программаһында - ватан һәм донъя классикаһы әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт композиторҙары музыкаһы яңғыраны. Сараның махсус ҡунағы - үзбәк опера йырсыһы, Үзбәкстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Женисбек Пиязов «Башҡорттар китте һуғышҡа» йырын башҡарҙы.