Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ремонт буйынса республика программаһы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла. БЮТ ижади төркөмө Өфө районында алып барылған төҙөкләндереү эштәрен ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Юл тигеҙ булһын өсөн асфальт-битум ҡатнашмаһын йәлләмәйҙәр. Ҡайһы бер урында уның ҡалынлығы, хатта, утыҙ сантиметрға тиклем етә. Курасков-Нөрлө-Арыҫлан участкаһы проблемалы участкалар иҫәбендә булған, юл катогы ярҙамында хәүеф сығанағы - соҡорҙар тигеҙләнә. Машинист Рәфис Әхмәтшиндың утыҙ йыллыҡ хеҙмәт стажы бар, заманса техника ярҙамында эш тиҙ һәм сифатлы башҡарылыуын билдәләй.
Өфө районында йәшәүселәр юлдың торошона бәйле күп мөрәжәғәттәр ҡалдырған булған. Вәғәҙәләр үтәлә, «проблемалы юлдар» республика программаһы буйынса ике аҙна элек хәүефле һаналған биш саҡрым ярым участка капиталь төҙөкләндерелә башланы. Автоһәүәҫкәрҙәр үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡаршы алған.
Участкала яңы асфальт һалыу буйынса эш бер аҙна эсендә тамамланырға тейеш. Артабан октябрь аҙағына тиклем юл ситен тәртипкә килтереү ҡаралған. Шулай уҡ бында яңы юл билдәләре лә барлыҡҡа киләсәк.
Өфө районындағы юл участкаһы бер нисә ауыл һәм баҡсасылар ширҡәттәрен үҙ-ара тоташтыра. Бында йәмәғәт транспорты ла йөрөй. Шуға күрә юл ҡатламын норматив хәлгә килтереү көнүҙәк мәсьәлә булған.
Гөлназ Хәйбуллина