Радий Хәбиров «Рәсәй Лидерҙары» конкурсының төбәк этабы финалистары менән сорашты

Быйыл яңы быуын идарасыларын асыҡлаған бәйгелә дүрт тиҫтә йәш белгес еңеп сыҡҡан. Улар ил кимәлендә үтәсәк конкурста Башҡортостан данын яҡлай.

«Рәсәй лидерҙары» конкурсы бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл ул апрелдә башланды һәм тәүге тәүлектә генә 17 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә илдең барлыҡ төбәктәре һәм 89 сит илдән 158 мең йәш идарасы ҡатнашыу теләге белдергән. Башҡортостанда ла лидерҙар һәм идарасылар бәйгеһе йылдан-йыл киң билдәлелек ала бара. Йәш белгестәр үҙҙәренең ойоштороу, етәкселек итеү һәләттәрен күрһәтә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, конкурс еңеүселәре илдең иң һөҙөмтәле идарасылары булып китә.