Башҡортостан Бөтә Рәсәй уйын фестивален ҡаршылай

14 сентябрҙә асылып, дүрт көн дауам итәсәк форумға илдең төрлө төбәк ойошма-предприятие вәкилдәренән тыш, ҡул оҫталарының да килеүе көтөлә. Республика кәсепселәре лә үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк. Уларҙың береһе менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин таныштыра.

Тәүҙә эш идеянан башлана. Унан һуң, Людмила Василькова уйлағандарын эскизға төшөрә. Бер үк ваҡытта ҡулайлы тауарҙар ҙа һайланып ҡуйыла. Әлбиттә, Рәсәй халыҡтарының милли кейемен ҡурсаҡтарға тегер алдынан ул рәсми сығанаҡтарға ла мөрәжәғәт итә. Ханым фекеренсә, халыҡ ижады менән һаҡ эш итеү, маҡсатҡа хилафлыҡ килтермәй эш итеү мөһим.

Ошо рәүешле ул рәссамдан фольклорсы-этнограф булып китә. Людмила Петровна биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән бала саҡтан ҡыҙыҡһына, ә ҡурсаҡтар эшләү менән тиҫтә йыллап шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашып өлгөргән. Бөгөн ул Өфөлә уңышлы эшләп килгән «Ҡусҡар» ижади берекмәһе ағзаһы ла.

Әйткәндәй, Людмила Василькованың ҡул эштәре Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй уйын фестиваленә сығарылыр тип көтөлә. Бөгөн ул башҡорт, рус һәм татар милли кейемдәрен ҡурсаҡтарға кейҙергән. Форумға тиклем тағы ла биш халыҡтың костюмын эшләү күҙаллана. Ул Халыҡтар дуҫлығы йорто һорауы буйынса тормошҡа ашырыла.

«Әйҙә, уйнарға» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй уйын фестивале 14 сентябрҙән дүрт көн дауамында барасаҡ. Беренсе тапҡыр Башҡортостан ҡабул итәсәк форум фән өлкәһе белгестәрен, сәнәғәт, мәғариф һәм ата-әсәләр йәмғиәтен бергә йыйыр тип көтөлә. Ул уйын мәҙәниәтен үҫтереү кеүек һорауҙарға яуап алыу, киләсәген хәстәрләү мөмкинлеген бирә. Людмила Василькова өсөн дә сара мөһим ҡала. Сөнки, ата-бабаларҙан ҡалған традицияларҙы үҫеп килеүсе быуынға еткереүҙе бурысы тип һанай.

Азат Ғәлиуллин