Башҡортостанда 19 меңдән ашыу уҡыусы "Мәктәп туризмы" программаһында ҡатнашҡан

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект 5-се-11-се класс уҡыусыларына иҫәпләнгән. Уның маҡсаты - сәфәрҙәр барышында тыуған төйәк тарихы менән таныштырыу. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре  лә ҡаралған. Уҡыусылар кейеҙ баҫыуҙа, милли аш-һыу әҙерләү, уҡтан атыу, һыбай йөрөүҙә үҙҙәрен һынап ҡарай  ала.