Рәсәйҙә бөтә төр аттракциондар эшмәкәрлеге контролгә алына

Ошо турала федераль закон әҙерләнә, тип яҙа "Известия". Уға ярашлы, төбәктәр аттракциондарҙы  теркәү һәм ҡабул ителгән нормаларҙы үтәмәүселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатыу хоҡуғын ала. Әле урындарҙа ғәҙәттән тыш хәл булғанда ғына саралар күрелә. Бынан тыш илдә аттракциондарҙың берҙәм исемлеге булдырыла.