Суд хөкөмө аҫтындағылар таксист була алмай

Сентябрҙә пассажирҙар йөрөтөү ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индерелде. Республика паралменты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, яңы нормалар тәү сиратта ауыр енәйәт ҡылыусыларға ҡағыла. Шулай уҡ штрафтарын түләмәй йөрөүселәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған өсөн водитель танытмаһынан бер нисә тапҡыр мәхрүм ителеүселәр такси хеҙмәтендә эшләй алмай.