Бөгөн Милли кейем көнө билдәләнә

Башҡортостанда ул йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Байрам уңайынан төбәк халҡын социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров тәбрикләне.

«Был изге йолаға беҙ өс йыл элек нигеҙ һалдыҡ. Милли кейем - халыҡтың визит карточкаһы, унда уның тарихы, үҙенсәлеге, йәне сағыла. Һәм бөгөн уның менән ҡыҙыҡһыныу яңынан тергеҙелеүенә шатмын. Күп быуаттар дауамында республикала йәшәгән халыҡтар берҙәм һәм татыу йәшәй. Беҙҙең дуҫлыҡ, мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө, үҙ-ара ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу - бөгөн беҙгә яуызлыҡҡа ҡаршы торорға ярҙам иткән төп байлыҡ һәм ҡеүәтле көс.

Беҙ төрлө, әммә беҙ берҙәм һәм һәр ваҡыт шулай буласаҡ. Халыҡтарыбыҙҙың йолаларын бергәләп һаҡлайыҡ, был матурлыҡты киләсәк быуындарға еткерәйек. Байрам менән!» - тип яҙған, Башҡортостан башлығы.