Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре айыуҙарҙың кешеләргә сығыу сәбәптәрен атаны.
Һуңғы йылдарҙа республикала ҡырағай йәнлектәр артҡан. Үҫешкә эске биологик тулҡындар һәм мал аҙығы культуралары уңайлы шарттар тыуҙара. Иген, көнбағыш һәм кукуруз хайуандар рационына инә. Шулай уҡ белгестәр айыуҙарҙы аулау популяцияны контролдә тотоу өсөн кәрәк булғандан кәмерәк алып барыла тип иҫәпләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ваҡытта Өфө халҡы айыуҙарҙы Шаҡша, 8-се март, Михайловка биҫтәләрендә күрҙе.