Тау-таш араһынан бәреп сыҡҡан шишмә бер быуат дауамында урындағы халыҡты шифалы һыуы менән туйындыра. Шуға ла кешеләр биләмәне төҙөкләндереүгә дәррәү ҡушыла. Эште атҡарыу өсөн ауылдаштар 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. Ир-аттар ял итеү өсөн өҫтәл һәм эскәмйәле беседка ҡора, ә ҡатын-ҡыҙҙар биләмәне таҙартыу һәм буяу менән шөғөлләнә. Шишмәне асыу тантанаһында үҙешмәкәр артистар саҡырылған ҡунаҡтарҙы концерт номерҙары һәм шишмә һыуынан тәмле сәй менән һыйланы. Ҡуштирәктә тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлназ Мөхәмәҙиева моңло йырҙары менән һөйөндөрҙө.