Радий Хәбиров Мәләүез районынан спортсы-паралимпиясы Фәнүр Аҡназаровты ҡунаҡҡа саҡырҙы

Йәш кеше, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуына ҡарамаҫтан, бала саҡтан «Толпар» ат спорты клубында һыбай йөрөү менән шөғөлләнә. Быйыл августа ул «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Унда төбәк етәксеһенә үҙ ҡулдары менән ат һүрәте төшөрөлгән ағас панно бүләк итә.

Фестивалдә Фәнүр Аҡназаров Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә һәм төбәк етәксеһенең эш кабинетында булырға хыялланыуы хаҡында ла әйтә. Шуға ла төбәк башлығы спортсының ғаиләһен ҡунаҡҡа саҡыра.

Осрашыуҙа Радий Хәбиров, республика паралимпиясыны медицина оҙатыуы күрһәтеүендә һәм реабилитациялауҙа булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне. Ат спорты тармағына булышлыҡ итеү сиктәрендә төбәктең ипподромдарын яңыртасаҡбыҙ. Мәләүездең «Толпар» клубы ла яңыртыуға мохтаж. Һәм беҙ бындай учреждениелар нигеҙендә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн иппотерапия үҙәктәре булдырырға теләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.