Өфөнөң янғын һүндереүселәре заманса ут һүндереү ҡорамалдары менән эш итеү оҫталығын үҙләштерҙе

Баш ҡаланың Өфө шоссеһы урамындағы авария хәлендәге йортта улар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолдо. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының йылдан-йыл техник мөмкинлектәре камиллаштырыла. Янғын һүндереүселәр заманса ҡорамалдар менән эш итә белергә, ут менән көрәш тактикаһын теүәл үҙләштерергә тейеш.

Бында янғын һүндереү хеҙмәтендә ҡулланылған иң яңы технологияларҙы һәм ут менән көрәш барышында файҙаланылған тактиканы һынап ҡарарға иҫәп бар. Заманса ҡорамал менән эш иткәндә уның бөтә нескәлектәрен белергә кәрәк. Ут һүндергәндә ваҡлыҡтарға урын юҡ..

Рәмил Айытов, янғын һүндереү һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен ойоштороу идаралығы етәксеһе

Күнекмәләргә Өфө ҡалаһының бер нисә янғын һүндереү часе хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Улар бейек ҡатлы, күп фатирлы йортта ут менән көрәш алымдарын өйрәнде. Ҡотҡарыусылар елләтеү системаһы менән файҙаланыу алымдарын үҙләштерҙе. Күп фатирлы йортта янғын сыҡҡанда, подъезға ҡуйы ҡара төтөн тула. Уны ҡыуып таратыу өсөн махсус ел ҡыуғыс ҡулланыла. Ут менән көрәш тактикаһында, бәлә -ҡазаны иҫкәртеү йәһәтенән был бик һөҙөмтәле алым тигән фекерҙә янғын һүндереүселәр.

Башта аҫҡы ҡаттарҙа елләткес ярҙамында баҫым кимәлен күтәрәбеҙ. Артабан бинаның өҫкә ҡатында тәҙрә асып подъездағы бөтә төтөндө шуның аша ҡыуып сығарабыҙ. Һөҙөмтәлә эшләүе хәүеһеҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк була.

Евгений Никулин, янғын һүндереүсе