Уңыш күләме буйынса Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондары алдынғылыҡ күрһәтә. Уртаса гектар ҡеүәте 10 центнер, быйыл күрһәткес былтырғынан түбәнерәк. Әле майлы культураны йыйыуҙы ямғыр тотҡарлай. Йыйып алынған уңыш ҡайҙа йүнәлтелә? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Комбайнсылар өсөн ҡояшлы көндөң һәр минуты ҡәҙерле. Һауа торошо тотороҡло булғанда, уңышты йыйып алырға тырышалар. Баҫыу уңғандары ҡыҙыу эш өҫтөндә. Радик Мәҡсүтов та иген урып-һуҡҡандан һуң, рапсҡа тотонған. Сиратта - көнбағыш баҫыуҙары. Заманса техника ярҙамында эш күпкә йылдамыраҡ бара. Комбайн штурвалы артында 5-се кластан, машиналар йылдан-йыл камиллаша, ти Радик Мәҡсүтов.
Уңышты йыйып алыу - май етештереүҙең бер этабы ғына. Урылған уңыш элеваторҙарға оҙатыла. Шөңгәккүл базаһына республиканың төрлө райондарынан сеймал килә. Һаҡлауға тик сифатлыһы ғына һалына. База лабораторияһында рапстың дымлылығы, майлылығы тикшерелә. Бының өсөн 5 грамлыҡ өлгө лә етә.
Рапс сифатын контролдә тотоу Рәсимә Йосопова яуаплылығында булһа, сеймалды талаптарға ярашлы һаҡлауға ебәреү - тормош иптәше Рим Йосопов иңендә. Элеваторҙа ирле-ҡатынлы пар 20 йылға яҡын эшләй. Силостарға оҙатылыр алдынан, рапс уңышын 7 процентҡа тиклем киптереү мотлаҡ.
Силосҡа сүп-сарҙан таҙартылған рапс ҡына ебәрелә. 3 мең ярым тоннанан ашыу сеймал һыйҙыра алған корпус эсендә бер төрлө температура һаҡланыла. Әле элеваторҙа улар 19 берәмек иҫәпләнә, киләһе йылға тағы 4-гә артасаҡ.
Шөңгәккүл базаһы Шишмә май һығыу заводын сеймал менән тәьмин итә. Әле бында көнбағыш эшкәртелә, рапс майын октябрь урталарында айыртыу ҡаралған. Рапс майына илдә һорау юҡ, шуға бөтә тауар ҙа Ҡытайға ебәрелә. Етештереү бында ҡалдыҡһыҙ. Рапс шротын да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә һаталар.
Рәзилә Ғиниәтуллина