Өфө гимназияһы уҡыусыһы 7 йәшлек ҡыҙ баланы янғындан ҡотҡарған

Яңғыҙы өйҙә ҡалған бала үҙ аллы электр йылытыу ҡорамалын тоҡандыра. Әммә иҫке прибор көтмәгәндә янғын сығыуға сәбәпсе була. Утты һүндереүселәр һәм ҡыҙ баланы ҡотҡарыусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә була был хәл. Егор Стринадко дуҫы менән эскәмйәлә ултырғанда ҡаршылағы йорттоң бишенсе ҡатындағы тәҙрәнән төтөн сығыуын күреп, ярҙамға саҡырған бала тауышын ишетә. Кеҫә телефонынан 112 һандарын йыйып, эргәлә кран менән эшләүселәр янына йүгерә. Автовышканы янғын сыҡҡан йорт янына килтергән арала подьезға эшсе һәм уның артынан Егор ҙа йүгереп инә.

Ошондағы эскәмйәлә ял итеп ултырғанда бишенсе ҡатта янғын сыҡҡанын күреп ҡалдым, бик көслө итеп төтәп нимәлер янғанын абайланым.

Егор Стринадко, Өфөнөң 82-се гимназияһы уҡыусыһы

Тиҙҙән ярты сәғәткә генә тип аҙыҡ-түлек магазинына киткән өләсәһе ҡайтып етә. Ни эшләргә белмәй баҙап ҡалған ханым үҫмерҙе ейәнсәренә ярҙам итергә саҡыра. Егор күҙ асып йомған арала бишенсе ҡатҡа менеп етә. Унда илап торған ҡыҙҙы тап итә.

Мин һеҙгә ниндәй ярҙам кәрәк тип өндәштем. Ханым шәп итеп атлай алмайым, һин өҫкә йүгер, ейәнсәремде ҡотҡар тип, баҫҡыс терәүенә һөйәлеп ҡалды.

Егор Стринадко, Өфөнөң 82-се гимназияһы уҡыусыһы

Ҡыйыу, тәүәккәл уҡыусыһы Өфөнөң 82-се гимназияһында белем ала. Мәктәптә тырышып уҡыған, ярҙамсыл, ихлас Егорға классташтары ла тартыла. Бәләкәй ҡыҙҙы ҡотҡарыу- изге һәм сауалы эш тип иҫәпләй.

Булмышы менән ихлас һәм ябай Егор бәләкәй ҡыҙҙы янғындан аралауы хаҡында берҙән-бер дуҫына ғына серен сисә. Әммә яҡшы яңылыҡ тиҙ арала бөтә гимназияға тарала. Класс етәксеһе Егор хаҡында ярҙамсыл, тырыш, эшлекле тигән фекерҙә.

Ниндәй генә экстермаль осраҡта ла Егорҙың ярҙамға килере, бәлә уртаһында ҡалдырмауы көн кеүек асыҡ. Был осраҡта ҡыҙ баланы янғындан аралауы, бер нимәгә ҡарамай ярҙам итеүе, маҡтауға лайыҡ.

Адэлина Постникова, Егор Стринадконың класс етәксеһе

Егор һәм уның классташтары белем алған кабинетта Герой партаһы ла ҡуйылған. Был партала ултырыу хоҡуғына иң яҡшы һәм өлгөлө уҡыусылар ғына эйә була. Улар араһында Егор Стринадко ла бар.

Гүзәл Борханова