«Патриот» паркы сираттағы геройҙарҙы ҡабул итте

Был юлы майҙанда илдең төрлө ҡалаларынан профессиональ һәм һәүәҫкәр спортсылар «Батырҙар уҙышына» йыйылды. Улар алдында 10 һәм 5 саҡрым арауыҡты ваҡытҡа үтеү бурысы тора ине. Ҡаршылыҡтар менән трассаға балалар ҙа баҫты. Экстремаль спорт менән шөғөлләнеүгә нимә этәрә? Ҡатнашыусыларҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.

Клаустрофобия менән яфаланғандар өсөн был ярышта урын юҡ. Был нөктәлә спортсыларға шиналар менән сикләнгән арауыҡ аша үтергә кәрәк. Бәйге тотоусылар ҡаршылыҡты тиҙерәк үтергә тырыша, тик ямғыр арҡаһында һыуланған тәгәрмәстәр спортсыларҙы тотҡарлай. Быға ҡарамаҫтан, атлеттар һуңғы көсөн йыйып, алға атыла.

Бейеклектән һыуға һикереү берәүҙәргә ябай бирелә. Икенселәр иһә бында төп ҡурҡыуы менән ҡапма-ҡаршы осраша. Тик «Батырҙар уҙышы»нда ҡатнашыусылар өсөн ҡаршылыҡтар юҡ. Һыуҙың боҙҙай һыуыҡ булыуы ла уларҙы туҡтатамай.

Көтөлмәгән ямғыр спортсылар алдында сираттағы ҡаршылыҡҡа әйләнде. Һыуланған тимерҙәр аша үтеүе ҡатмарлы - ҡулдар тая. Батҡаҡҡа әүерелгән трассанан йүгереп, аяҡ кейеме еүешләнә. Тик ҡатнашыусылар бирешмәй. Шәхси рекорд артынан республикаға илдең төрлө ҡалаларынан килгәндәр. Махсус әҙерләнгәндәр.

Инде хәл бөттө тигәндә, дәртләндереүселәрҙең тауыштары көс өҫтәй.

Батырҙар уҙышында БСТ-ның йыйылма командаһы ла ҡатнашты. «Юлдаш плюс» йәштәр радиоһы алып барыусылары ап-аҡ флагтарына тура һәм күсмә мәғәнәлә тап төшөрмәй күтәреп йүгерҙе. Салауат Заманов өсөн трасса таныш, ярышта икенсегә үҙен һынай. Ямғырлы һауа торошо ла ҡурҡытмай.

Икенсе ҡалаларҙағы трасса менән сағыштырғанда, Башҡортостандағыһы иң яҡшыһы тип табылған. Былтыр уның ҡаршылыҡтарын 9 меңдән ашыу кеше үткән. Быйыл күрһәткесте арттырыу күҙаллана.

Рәзилә Ғиниәтуллина