Өфөлә Зинин ауылы янындағы юл үткәргесенән машиналарҙың ҡасан йөрөй башлауы билдәле булды

Транспорт һәм  юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, бер аҙна эсендә етешһеҙлектәр буйынса тикшереү һөҙөмтәләре иғлан ителә. Ҙур ҡатмарлыҡтар булмаһа водителдәр Зинин үткәргесенән  25 сентябрҙән йөрөй ала. Ҡоролмала ҙур эштәр кәрәк булһа,  хәрәкәт  ноябрҙә  генә  асыла.