Радий Хәбиров тимер юлға бәйле тарихи ваҡиға менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты

135 йыл элек, 1888 йылда, Өфө вокзалына беренсе поезд килә. Барыһы ла өс ябай вагондан башлана. Тимер юлға бәйле тарихи ваҡиға менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Бөгөн республика биләмәһендә пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ҡала электричкаһы проекты камиллаштырыла. Составтың һәм пассажир платформаларының бер өлөшө яңыртыла. Бер нисә йыл инде Башҡортостан буйлап көньяҡ һәм көнбайыш йүнәлештә «Орлан» һәм «Ҡарлуғас» экспресстары йөрөй. Уларға ихтыяж ҙур. Ҡала яны бәйләнешен үҫтереүҙең киләһе аҙымы - Өфө тимер юлы үҙәге. Был проект буйынса Дим - Иглин участкаһында икенсе юл төҙөлә һәм аэропортҡа тиклем тимер юл һалына.

Бынан тыш, Стәрлетамаҡта йөк терминалы асылды. Сибай - Подольск - Яңы Рудный тимер юлының яңы тармағын төҙөү проекты өҫтөндә эш бара. Ул Башҡортостанды Ҡаҙағстан, Урта Азия, Ҡытай менән бәйләйәсәк. «Өфө тимер юл вокзалын үҙгәртәбеҙ. Төп өлөшө тамамлаған да инде. Платформаларҙы, ер аҫты тоннелдәрен реконструкциялайбыҙ, лифттар төҙөйбөҙ. Пландар күп. Бергәләп алға барабыҙ. Барыһына ла яҡшы ял көндәре!» - тип яҙған Башҡортостан башлығы.