Әлегә эш 8 процентҡа теүәлләнгән. Татлы тамыр уңышын йыйыуға ун район аграрийҙары сыҡҡан. Шишмәлә тиҫтәнән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы шәкәр сөгөлдөрөн үҫтерә. Дөйөм майҙан - 8 мең гектарҙар ашыу. Шәхси эшҡыуар Азамат Әсәҙуллин яҙ ҡырау һуғыуға ҡарамаҫтан, уңыш мул булыуын билдәләй. Гектар ҡеүәте - 400 центнер.