Өлкән йәштәге ир ҡорһағында ауыртыу, юғары ҡан баҫымы менән дауаханаға эләгә. Бер нисә көн стационарҙа ятҡандан һуң ҡорһағында 10 сантиметрлыҡ аорта аневризмаһы булыуы асыҡлана. Кардиохирургтар киҫекмәҫтән операция яһай.
Виталий Лоскутов дауахананан сыҡҡан. Үҙен яҡшы тоя. 86 йәшендә лә башҡа ауырыу-сырхауҙарға бирешмәгән уҙаман сәләмәтлегенә зарланмай. Ваҡытында ҡатмарлы операция яһап үҙен ҡотҡарып ҡалған табиптарға рәхмәтле. .