Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә туҡланыуға ҙур иғтибар бүленә

Мәктәптәрҙә туҡланыу нисек ойошторолған? Уҡыусылар ашхана менән ҡәнәғәтме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә индерелде.

Итле аш, төрлө бутҡалар, йәшелсәнән турамалар. Үҫмер баланың туҡланыуы уның сәләмәтлегенә, уҡыуына, кәйефенә йоғонто яһай. Шуға ла мәктәп ашнахаһында уҡыусыларға экологик яҡтан таҙа, сифатлы ризыҡ әҙерләргә тырышалар.

Ҡаланың 5- се һанлы мәктәбендә барлығы 417 уҡыусы белем ала. Башланғыс кластарҙа уҡыусылар, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән, һаулыҡтары буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар ашханала бушлай туҡлана. Белем усағы үҙ биләмәләрендә үҫтерелгән йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирә.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптә уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Уҙған йылдан бушлай туҡланыусылар рәтенә махсус хәрби операцияла ҡатнаусыларҙың балалары ла индерелде. Уҡыусылар күп ваҡытын белем усағында уҙғара, шуға ла мәктәп туҡланыуы-сәләмәтлек нигеҙе булып тора.

Альбина Байегетова