Стәрлетамаҡтың һаңғырау һәм насар ишетеүсе балалар өсөн 1-се коррекция мәктәп-интернатында Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең беренсел бүлексәһе асылды. Сара «Һинең ваҡытың - асыштар осоро» проекты сиктәрендә үтте.
«Беренселәр хәрәкәте» нең маҡсаты-ойошманың һәр ағзаһының физик йәки интеллектуаль һәләттәренә ҡарамай, шәхесен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу. Был балаларға үҙҙәрен ҙур команданың бер өлөшө итеп тойорға, йәмғиәт үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә һәм үҙҙәренең ижади йәки спорт потенциалын асырға ярҙам итәсәк.