11 сентябрҙән Самсон Чанба исемендәге Абхаз дәүләт драма театры Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһай. Кеше яҙмыштары аша ҡатмарлы осорҙарҙы сағылдырған «Йәйәү» һәм «Сәриә» спектаклдәре абхаз телендә ҡуйыласаҡ. Абхаз халҡы менән дуҫлыҡ электән килә, уны яңыртыуға нигеҙ Башҡортостан башлығы етәкселегендә рәсми делегация булғандан һуң һалынған.