Бер сәғәткә иртәрәк. Һайлау участкалары бөгөн сәғәт етелә асылды. Был хаҡта һайлаусыларға алдан хәбәр ителгән. Йәкшәмбе улар үҙ мәшәҡәттәренә тиклем гражданлыҡ позицияһын белдерергә ашыҡты. Телеүҙәккә яҡын урынлашҡан һайлау участкларының береһендә БЮТ ижади төркөмө булды.
Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжындағы 185-се һайлау участкаһы комиссия ағзалары иртәнге сәғәт биштән үк эш урынында. Етегә тиклем һайлау урналары йәбештерелде, бюллетендәр сығарылды.
Был һайлау участкаһына башлыса шәхси сектор ҡарай, 781 һайлаусы иҫәпләнә. Комиссия ағзалары өлкән йәштәге һәм йөрөй алмаусы граждандарҙың өйөнә барасаҡ.
Участкала хоҡуҡ органдары һәм күҙәтеүселәр эшләй. Комиссия ағзалары беҙҙең хеҙмәттәштәр.
Сәғәт ете тулыу менән үҙ гражданлыҡ бурысын атҡарырға Ғилмановтар ғаиләһе килде. Уларға «Юлдаш» радиоһының бүләге тапшырылды.
Һайлау бюллетендәре башҡорт, рус һәм татар телдәрендә тәҡдим ителә. Һайлау участкалары киске туғыҙға тиклем асыҡ.
Рәмилә Исмәғилева