Сәйәси партия етәкселәре үҙ тауышын

Ошо сәғәткә сәйәси партия етәкселәре лә үҙ тауышын бирҙе «Берҙәм Рәсәй», «ЛДПР», «КПРФ» һәм башҡа фирҡә лидерҙары йәшәгән урыны буйынса гражданлыҡ бурысын үтәне. Уларҙың береһе һайлау нөктәһенә тәүгеләрҙән булып килде. Кем ул? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина белә.

Күптәр һайлау көнөн байрам һымаҡ ҡабул итә. «Йәшелдәр» Рәсәй экология партияһы рәйестәше Руфина Шаһапова ла һайлау участкаһына күтәренке кәйефтә килгән. Тәбиғәтте һаҡлауҙы төп ҡиммәт итеп һайлаған фирҡә сағыштырмаса йәш, шулай ҙа быйылғы һайлауға 300-ҙән ашыу кандидат сығарған. Уларҙың төп өлөшө муниципаль этапта ҡатнаша. Кандидаттар араһында яңы, йәш йөҙҙәр күп.

Һайлауҙа ҡатнашыу - һәр кемдең гражданлыҡ бурысы тигән фекерҙе «Ғәҙел Рәсәй» фирҡәһенең төбәк бүлексәһе етәксеһе лә уртаҡлаша. Владимир Нагорный 8 март биҫтәһендә урынлашҡан участкала теркәлгән. Сәйәсмән һайлау нөктәһенә тәүгеләрҙән булып килде.

Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин үҙ позицияһын Өфөнөң Нуғай ауылындағы һайлау участкаһында белдерҙе. Коммунистар партияһын меңдән ашыу кандидат яҡлай. Состав төрлө.

Нуғай ауылындағы һайлау участкаһы бер нисә ауыл граждандарын ҡабул итә. 91 йәшлек Маҡсат Мәмлиев та ҡасандыр үҙе һайлауҙарҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән. Бөгөн заман сәйәсмәндәрен баһалай.

«ЛДПР» партияһы ағзаһы Иван Сухарев баш ҡаланың 9-сы мәктәбендә урынлашҡан участкаға ҡыҙы менән килгәйне. Депутат йәш быуын әленән үк гражданлыҡ рухында тәрбиәләнергә тейеш тигән ҡарашта.

Һайлауҙа «Яңы кешеләр» фирҡәһе лә ситтән ҡалманы. Республиканың сәйәси киләсәгенә фирҡәләр төрлө ҡарашта булһалар ҙа, уларҙы битарафһыҙлыҡ берләштерә. Һайлауҙа ҡатнашыуға ла вазифа түгел, ә гражданлыҡ рухы этәрә.

Рәзилә Ғиниәтуллина