Республика төбәктәрендәге бөтә һайлау участкаларында байрамса кәйеф

Дәртле йыр-моң, күтәренке рух - республика төбәктәрендәге бөтә һайлау участкаларында ла байрамса кәйеф. Иртәнге сәғәт ун бергә халыҡтың әүҙемләшеүе күҙәтелде. Берҙәм тауыш биреү көнөнөң Башҡортостан райондарында нисек үтеүе хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Иглин районының 43 һайлау участкаһында 50 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә. Үҙҙәре ышанып тауыш биргән депутаттарҙан халыҡ хәстәрлек көтә. Рәмил Кәлимуллин үҙе лә ҡасандыр депутат булған.

Раевка ҡасабаһының Яңауыл биҫтәһендәге 868-се участкала иртә таңдан урта һәм өлкән йәштәге һайлаусылар айырыуса әүҙемлек күрһәтә.

Сибайҙа 23 һайлау участкаһы эшләй. Был майҙансыҡтарҙың барыһы ла халыҡ һайлау хоҡуғынан файҙалана алһын өсөн мөһим бөтә нәмә кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған.

Бынан тыш, Сибай филармонияһында халыҡ өсөн байрам концерты ойошторолдо, унда классик йырҙар һәм көйҙәр яңғыраны. Участка һайлау комиссиялары рәйестәре раҫлауынса, электораттың килеүе юғары.

Шаран районы һайлау участкаларында 264 кеше эшләй. Беренсе тапҡыр мөһим кампанияла 237 йәш кеше ҡатнаша. Төшкә тиклем һайлаусыларҙың 35 проценты тауыш биргән.

Нефтекамалағы һайлау учаткаһынан халыҡ көйҙәре ағыла. «Аҡ ҡалпаҡ ынйылары» милли берләшмә үҙәге ағзалары тауыш бирергә килеүселәрҙе йыр-моң менән ҡаршылай.

Шишмә районында 54 һайлау участкаһы эшләй, уларҙың етеһендә Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы ҡулланыла.

Сәйәси кампания быйыл капиталь төҙөкләндерелгән икенсе һәм дүртенсе мәктәптә һәм Шиңгәккүл мәктәбендә ойошторолған.

Тауыш бирергә килә алмаусыларға һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары күсмә урналар менән өйҙәренә барҙы.

Хәйбулла районы Ильяс ауылында йәшәүсе Рәхмәтовтар ғаиләһе иһә участкаға үҙҙәре килгән. 96 йәшлек Вәли Рәхмәтов сәйәси кампанияла ҡатнашҡан йәштәр һымаҡ фотоға төшөргә лә өлгөрә.

Йәшелсә, емеш-еләк - клубҡа килеүселәр өсөн ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Сираттағы берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы тағы ла берҙәмлеген иҫбатланы.

Рәмилә Исмәғилева