Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсуслаштырылған һайлау участкалары булдырылған

Башҡортостанда һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һайлау хоҡуғына эйә булған 230 мең кеше иҫәпләнә. Уларҙың 8 мең ярымының күреү, 13 меңенең ишетеү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән. Һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған биш һайлау участкаһының икәүһе Өфөлә урынлашты.

Елена Ғарипова Өфө медицина колледжының 4-се курс студенты. Буласаҡ һөнәре шәфҡәт туташы. Шәфҡәтле һөнәр һайлаусы студент йылдарынан уҡ мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа. Бөгөн иртә менән һайлауға килгән Миләүшә Әғзәмованы ҡаршыланы. Ҡыҙҙар ашыҡмайынса ғына мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән 208-се һайлау участкаһына үтте.

Миләүшә Әғзәмоваға һайлауҙа ҡулланыр өсөн брайль системаһы буйынса баҫтырылған махсус иҫкәрмә бирелде. Ирекмән-ярҙамсы бюллетендәге исемлектәрҙе уҡып ишеттерҙе. Һайлау участкаһы хеҙмәткәре ҡыҙға трафаретлы ҡатырға тапшырҙы. Унда бюллетенде индереп, үҙ кандидатың өсөн тауыш бирәһең.

Республикала 1600 һайлау участкаһы пандустар, 1200 персоналды саҡырыу өсөн төймәләр менән йыһазландырылған.

Инвалид коляскаларында һайлауға килеүселәргә тәғәйенләнгән махсус кабиналағы өҫтәлдәр ғәҙәти кимәлдән түбәнерәк ҡоролған, кресло менән йөрөү уңайлы булһын өсөн тимер балка бер яҡтан ғына ҡуйылған.

208-се һайлау участкаһында мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Уларҙы ишектән инеү менән ирекмән ҡаршы ала һәм оҙатып йөрөй, брайль системаһы буйынса бюллетендәр әҙерләнгән. Ә насар хәрәкәт итеүселәргә коляска тәҡдим ителә.

208-се һайлау участкаһында 1528 һайлаусы теркәлгән. Һайлауға килә алмаған граждандарға күсмә урналарҙы йөрөтөп һайлатыу ҙа ойоштороласаҡ.

Республика һайлау участкаларының 89 проценттан ашыуы беренсе ҡатта урынлашҡан. Өфөнән тыш, Белорет, Бәләбәй Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға махсус уңайлыҡтар булдырылған һайлау участкалары эшләне.

Гүзәл Борханова