Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөнөң һуңғы йомғаҡтары 13 сентябрҙән һуң ғына иғлан ителәсәк

Был хаҡта журналистар менән брифинг барышында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Уҙған йәкшәмбе төбәк халҡы төрлө кимәлдәге 7 мең 135 депутат өсөн тауыш бирҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 110 урын өсөн 844 кандидат дәғүә итте.

Тауыш биреү барышында 14 меңдән ашыу күҙәтеүсе һәм 215 журналист эшләне. Һайлау участкаларында хоҡуҡ боҙоуҙар һәм провокациялар теркәлмәгән. Һайлаусыларҙың Үҙәк һайлау комиссияһы «ҡыҙыу линия» телефонына килгән бар мөрәжәғәттәр ҙә тикшерелгән.

Республика үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 10-ға берҙәм округ буйынса парламент депутаттарын һайлауҙа протоколдарҙың 94,9 проценты эшкәртелгән.