Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың парламент составына инеүе бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә, шул иҫәптән үҙҙәре алған тәжрибәне файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк.
Был турала «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев төбәктәр менән берҙәм тауыш биреү йомғаҡтарына арналған видеоконференцияла белдерҙе. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров та ҡатнашты. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға бер мандатҡа һигеҙ кандидат тура килә. Тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 50 проценттан ашыуы ҡатнашты. Беҙҙә әле тауыштар иҫәпләнё. Әммә экзит-пулдар мәғлүмәттәре буйынса һәм, иң мөһиме, был электораль осорҙа партия кешеләр менән йәнәш булғанлыҡтан, беҙ Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең уңышына тулыһынса ышанабыҙ, - тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе аңлы рәүештә участкаларға килгән граждандарға рәхмәт белдерҙе. Хәҙер иң ҡатмарлы өлөш - вәғәҙәләрҙе үтәү. Мандат, тейешле вазифа алған һәр кем үҙ вәғәҙәләренә тоғро ҡалыр һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының халыҡ программаһы менән етәкселек итеренә ышанам, - тине Дмитрий Медведев. Ул шулай уҡ Башҡортостандың идара итеү командаһын һайлау менән ҡотланы һәм артабанғы эшендә уңыштар теләне.