Башҡортостан ауылдары араһында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы 2011 йылдан үткәрелә

2019 йылдың июленән ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән яңы кимәлгә күтәрелде. Быйыл 1 сентябрҙән ул муниципалитеттар араһында башланды. Конкурс еңеүселәрен билдәләү өсөн Дәүләт хеҙмәте аша бер тапҡыр онлайн тауыш бирергә мөмкин. Еңеүсе тип танылған 12 ауылға 3 йыл дауамында бәйгелә ҡатнашыу кисектереләп тора. 1 октябрҙән 1 декабргә тиклем республика этабы үткәрелә. Айыҡлыҡ хәрәкәтенә Хөкүмәттән тыш, идаралыҡтар, министрлыҡтар, уҡыу йорттары ла йәлеп ителгән. 11 сентябрҙә үтәсәк айыҡлыҡ көнө социаль саралар шәлкемендә мөһим урын алыр тип күҙаллана.