Йыл аҙағына Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө тамамлана

Әлегә Волга буйы федераль округында иң күләмле проекттың барлыҡ этаптарында ла эш тамамланыу алдында. Тоннелдә һәм түләүҙәр алыу пунктында бетон ҡатламы, күперҙә һәм эстакадала асфальт һалына. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлының оҙонлоғо 14 cаҡрым, ул сафҡа инеү менән Өфөнөң Салауат Юлаев проспектынан М5 федераль трассаһына 10 минутта сығып буласаҡ. Объект Өфө аръяғын үҫтерергә, баш ҡала урамдарын тығындарҙан бушатыуға булышлыҡ итәсәк.

Проект буйынса, Өфө йылғаһы аша күперҙә ҡойолған асфальт-бетон ҡатнашмаһы ике ҡатлам итеп түшәлә. Ҡоролманың оҙонлоғо 470 метр. Эстакадала һәм төп автомобиль юлында ҡырсынташ ҡушылған асфальт һалына. Эш тулы ҡеүәткә бара.

Кирилл Бруньковский, Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы етәксеһе