11 сентябрҙә Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөн, халыҡ араһында алкоголгә бәйлелеккә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән байрамды билдәләй. Был көнүҙәк проблемаға ҡаршы көрәшкә арналған саралар бөтә ил буйлап үтә. Өфөнөң Ленин паркында студенттар өсөн айыҡлыҡты пропагандалаған спорт сараһы уҙҙы. Йәштәр алдында Республика наркология диспансеры баш табыбы сығыш яһаны. Ул насар ғәҙәттәрҙең эҙемтәләре тураһында иҫкәртте. Студенттар белгестәр менән бергә саф һауала физик күнекмә яһаны.