Баймаҡ һәм Әбйәлил халҡына борсолорға урын юҡ, тине Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә. Быға тиклем предприятие эҙләнеү эштәре башҡарған. Дәүләт программаһына ярашлы, илдәге ҡаҙылма байлыҡ ятҡылыҡтары инвентаризация үтә. Эштәр ошо ҡағиҙәләр сиктәрендә башҡарылған һәм марганец сығарыу күҙ уңында тотолмай. Был хаҡта ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.
Башҡортостанда марганец ятҡылыҡтары үткән быуаттың 30-сы йылдарында табыла. Ул ваҡыттарҙа ла руда ентекле өйрәнелеп, геология эҙләнеүҙәре, картография үткәрелә. Ҡануниәткә ярашлы, ,илдең ҡаҙылма байлыҡтары 40 йылға бер тапҡыр иҫәпкә алынып тора. Шуға күрә Фәйзуллин майҙанындағы эштәр ҙә дөйөм дәүләт программаһына ярашлы башҡарылған.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуға етди ҡараш талап ителә. Ниндәйҙер бәхәсле урындар булһа эшкәртеүҙе бөтөнләй туҡтатырға кәрәк.
Геологтар әйтеүенсә, республика етәкселегенең был аҙымы экологияны ғына түгел, ҡаҙна аҡсаларын да һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Сөнки был урында марганец рудаһы күләме бик аҙ. Уны сығарыуға киткән аҡсалар ҡапланмаясаҡ.
Оператив кәңәшмәлә йәмғиәтте борсоған тағы бер көнүҙәк мәсьәлә - торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса индереп алданыусылар проблемаһы тикшерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем был һорауҙы ябырға кәрәк. Әле республикала 2 мең алданыусы иҫәпләнә. 2018 йылда өлөшсөләр һаны 10 меңдән ашыу ине.
Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшөндә етди контроль булырға тейешлеген иҫкәртте. Был өлкәлә мутлашыусылар, намыҫһыҙ төҙөүселәр бөтөнләй эшләргә тейеш түгел. Хәҙер иң мөһиме яңы алданыусылар барлыҡҡа килеүенә юл ҡуйырға ярамай, тине Радий Хәбиров.
А. Кәбиров