Халҡыбыҙҙың берҙәмлек сағылышы. Эксперттар Башҡортостанда үткән электораль цикл хаҡында шундай фекерҙә. Махсус хәрби операция, коллектив көнбайыштың баҫымы һәм иҡтисади санкциялар тауыш биреүселәрҙе берләштерҙе генә. Халыҡ илебеҙ һайлаған курсты хуплай, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яңы составына был йүнәлештә ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк тигән һығымта яһаған сәйәсәт белгестәре. Етенсе саҡырылыштағы республика парламентының тәүге ултырышы октябрь башында үтә, Берҙәм тауыш биреү көнө һөҙөмтәләрен 13 сентябрҙә иғлан итеү ҡарала.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы төрлө кимәлдә 7 меңдән ашыу депутат өсөн тауыш бирҙе. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа 110 урынға 844 кандидат дәғүә итте. Һайлауҙа ғәҙәттәгесә, ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты, дөйөм алғанда исемлектәрҙәге тауыш биреүселәрҙең 52 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәне. Протоколдарҙың 95 проценты эшкәртелгәндән һуң республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен брифингта иғлан итте.
Һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте. Участкаларҙа 14 меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләне. Хоҡуҡ боҙоуҙар һәм провокациялар теркәлмәне. Үҙәк һайлау комиссияһы «ҡыҙыу линия» телефонына һайлаусыларҙан килгән бөтә мөрәжәғәттәр ҙә тикшерелгән. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Өфөлә йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләне. Тауыш биреү барышын журналистар менән бергә политологтар һәм төрлө эксперттар күҙәтеп барҙы. Йәмәғәт матбуғат үҙәгенә сәйәси фирҡәләр вәкилдәре лә саҡырылды.
Һайлау тәьҫораттары менән партиялар вәкилдәре журналистар менән осрашыуҙа ла бүлеште. Берҙәм тауыш биреү көнөн ойоштороу һәм уҙғарыу кимәле менән парламентҡа инмәгән фирҡәләр ҙә ҡәнәғәт булыуын йәшермәне.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың парламент составына инеүе бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә, шул иҫәптән уларҙың тәжрибәһен файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк.
Был турала «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев төбәктәр менән берҙәм тауыш биреү йомғаҡтарына арналған видеоконференцияла белдерҙе. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров та ҡатнашты. Был электораль осорҙа партия кешеләр менән йәнәш булғанлыҡтан, беҙ Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең уңышына тулыһынса ышанабыҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Дмитрий Медведев Башҡортостандың идара итеү командаһын һайлау менән ҡотланы һәм артабанғы эшендә уңыштар теләне.
Бойондороҡһоҙ эксперттар ҙа электораль осор һөҙөмтәләре йәмғиәттәге берҙәмлектең сағылышы тигән фекерҙә.
Радий Хәбиров һайлауҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. “Күптәнге йола буйынса ауыл халҡы тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтте”, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы беренсе урында килә. Радий Хәбиров һайлауҙа ҡатнашҡан бөтә сәйәси фирҡәләргә рәхмәт әйтте.
10 сентябрь - Берҙәм тауыш биреү көнөндә 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 110 депутат һайланды. Радий Хәбиров белдереүенсә, яңы составтағы парламенттың беренсе ултырышы 5 октябргә тәғәйенләнгән.
Рафиҡ Әхмәтшин