Самсон Чанба исемендәге Абхаз дәүләт драма театры – Өфөлә

Мәҙәниәт учреждениеһы гастролдәре Башҡортостан һәм Абхазия араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендә уҙғарыла. Ижади коллектив республика тамашасыларына бер юлы ике спектакль алып килгән, «Йәйәү» тип исемләнгәне тәүгеләрҙән булып күрһәтелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған тамашала БЮТ ижади төркөмө лә булды.

Абхазияның төп драма театры артистры Башҡортостан халҡына иң яҡшы спектаклдәрен алып килгән. «Йәйәү» тип исемләнгән тамаша Поляк драматургы Славомир Мрожектың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән. Абхаз телендә ҡуйыла. Сәғәт ярым дауамында аталы-уллы ике ир-егеттең бергә һуғыштан ҡайтыуы күрһәтелә.

Спектаклдең төп геройҙары үҙҙәренең юлында философ, музыкант, уҡытыусы, поручик, йөклө ҡатынды осрата. Исемдәр юҡ. Барыһы ла осраҡлы рәүештә бер төндә күрешә. Башҡорт драма театрында Һуғыш осоронда ябай кешеләрҙең ғәҙәти булмаған тарихы сәхнәләштерелде.

Мөхәббәт, миһырбанлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү - спектаклдә күп темалар күтәрелә. Әммә шуныһы мөһим: барлыҡ хис-тойғоларҙы тыныс тормошта йәшәү теләге берләштерә. Юлда ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, геройҙар яҡты киләсәккә ышана. Абхаз дәүләт драма театры артистары билдәләүенсә, был тәрән фекер тотош спектакль буйлап үтә.

Бер геройҙар метафизика тураһында фекер алышһа, икенселәр аҡса эшләү юлдарын эҙләй, өйгә - йылы усаҡҡа ҡайтырға теләүселәр ҙә бар. Аталы-уллы бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, әсә кешене эҙләп тыуған яҡҡа табан юл яра. Ҡабаланмай ғына йәйәү атлап барғанда тирә-яҡҡа күҙ һалып, үткән ғүмергә йомғаҡ яһарға, артабан яңы тормошҡа аяҡ баҫырға мөмкин. Һуғыш эҙемтәләре ни тиклем генә фажиғәле булмаһын, һәр ваҡыт өмөткә урын бар.

Самсон Чанба исемендәге Абхаз драма театрының Өфөләге гастролдәре дауам итә. Иртәгә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «Сәриә» спектакле ҡуйыла. Пьесаның ҡуйыусы режиссеры Абхазияның атҡаҙанған артисы Мәҙинә Аргун Башҡортостан менән яҡшы таныш. Ижад донъяһына ҡанаттарын Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында нығытҡан . Сәхнә әҫәре совет дәүләт эшмәкәренең эҙәрлекләүҙәргә дусар булған ҡатыны тураһында һөйләй.

Гөлназ Хәйбуллина