Төп приз өсөн 12 башҡорт тоҡомло ат һыбайлылары ярышты. Дөйөм приз фонды 10 миллион һум тәшкил итте. Төп уҙыштарҙан тыш, республикала үҫтерелгән таҙа тоҡомло юртаҡтарҙа Башҡортостан Башлығы призына Урта һәм Ҡара диңгеҙ жокейҙарының халыҡ-ара чемпионаты ла ойошторолдо. «Терра -Башҡортостан» республика ат спорты турниры 2019 йылдан алып үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә төбәктә йылҡысылыҡта тоҡомсолоҡ һәм ат спорты үҫеше күҙәтелгән, Башҡорт тоҡомло аттар генофондын һаҡлау эше көсәйтелгән.