Көндәр һыуыта башлау менән өйҙәргә йылы бирелергә тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуаплы органдарҙы һауа шарттарының үҙгәреүен иғтибар менән күҙәтеп барырға ҡушты.

«Республикала барыһы ла әҙер. Температура түбәнәйеү менән йылытыу миҙгелен башларбыҙ»,- тине Башҡортостан башлығы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль ҡануниәткә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынанан түбәнерәк күрһәтһә, йылы бирелергә тейеш. Башҡортостанда тәү сиратта балалар баҡсалары, мәктәп һәм дауалау учреждениеларына йылы бирелә.