Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре эшсе иңкештәр үрсетә

Улар ауыл хужалығы тармағында алыштырғыһыҙ ярҙамсы иҫәпләнә. Эшсе ҡорттарҙы үрсетеүҙең маҡсаты - үҫемлекселек, теплицалар менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам итеү. Помидор, баклажан, борос, ҡурай еләге һәм башҡа культураларҙы һеркәләндереүҙә иңкештең әһәмиәте айырыуса ҙур.

Иңкештәрҙең эшсе төркөмө - уртаса 60 бөжәк тәшкил итә. Улар үҫемлектәрҙе, йәшелсәләрҙе һәм башҡа культураларҙы һеркәләндереүҙә яҡшы ярҙамсы. Уларҙы республиканың тәбиғи шарттарында тотоп үрсетәбеҙ.

Гөлдәр Сибәғәтуллина, производство бүлеге етәксеһе