Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияһы белгестәре урология һәм яман шеш сирҙәрен тикшереү өсөн яңы ҡоролма алды. Заманса аппарат организмдың һәр күҙәнәген тикшереп ауырыуҙың сәбәбен асыҡларға, диагнозды теүәл асыҡлап уны дауалау юлдарын билдәләргә булышлыҡ итә. Күҙәнәктәр секвенаторы менән эш алып барыу өсөн Рәсәйҙә дүрт лаборатория билдәләнгән. Яңы технология ғалимдарҙың һәм медицина тармағы белгестәренең эшен еңелләштереп пациенттарҙың сәләмәтлеген күҙәтергә ярҙам итә. Башҡортостанға заманса аппарат «Өҫтөнлөк-2030» дәүләт программаһы буйынса бүленде.