Туристик сәфәр «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» республика программаһы сиктәрендә ойошторолдо.
«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» республика башлығы Радий Хәбировтың грантына тормошҡа ашырылған үҙенсәлекле проекттарҙың береһе. Программа буйынса хаҡлы ялдағылар республиканың тарихи урындарына сәйәхәткә бара, ял итә. Иглин районы ла программала әүҙем ҡатнаша. Быйыл был мөмкинлек менән төбәктә йәшәгән 266 кеше файҙаланған. Иглиндар өсөн 5 туристик сәфәр ойошторолған.
Был юлы экскурсия «Вэлком Башҡортостан» турист агентлығы тарафынан ойошторолдо. Оператор оло йәштәгеләр өсөн мауыҡтырғыс программа тәҡдим итә. Ул үҙ эсенә Өфө лимонарийы, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле, «Ете ҡыҙ» фонтаны кеүек иҫтәлекле урындарҙы ала. Һәр нөктәлә экскурсоводтар оло йәштәгеләрҙе яңылыҡтар, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыра. Хаҡлы ялдағылар өсөн Ленин музейы менән танышыу, «Император» теплоходында Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙөү бай тәьҫораттар ҡалдырған.