Прокуратура Салауат ҡалаһындағы янғын буйынса тикшереү башлаған

Мәғлүм булыуынса, ут ҡаланың бер нисә сәнәғәт предприятиеһы янындағы резервуарҙа сыҡҡан. Хужалар әйтеүенсә, был мазут соҡоро, ул һуңғы йылдарҙа файҙаланылмаған. Майҙаны 300 квадрат метр тирәһе. Янғында зыян күреүселәр юҡ.

Ут таралыу хәүефе юҡ, әммә майҙандың өҫтө ҡуйы ҡара төтөн менән ҡапланыу сәбәпле, янғынды һүндереү ҡатмарлы ғына шарттарҙа барҙы. Бөтәһе 31 берәмек техника һәм тиҫтәнән ашыу янғын һүндереүсе йәлеп ителде. Әле урында тикшереү төркөмө эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана.

Андрей Зайцев, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы