Бөрйән районы Брәтәк ауылы эргәһендәге күпер ремонтлана башлай

Башҡортостандың юл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрйән менән Ишембай районы араһындағы күперҙе төҙөкләндереү яҡын арала башлана. Нөгөш йылғаһы аша һалынған ағас күпер әлеге ваҡытта емерек хәлдә, уның аша транспорт сығырлыҡ түгел. Ә был юл аша Ишембай районының Яңы Һәйет ауылынан 11 бала Брәтәк мәктәбенә уҡырға йөрөй. Әле барыһы ла кисеү аша үтергә мәжбүр. Әммә йыш яуған ямғырҙар, кисеүҙән ауыр йөк машиналарының йөрөүе йылғаны көндән-көн тәрәнәйтә. Шуға күрә ремонтты тиҙ арала башлау талап ителә. Бөгөн эште башҡарыу менән шөғөлләнергә тейешле подрядсы ойошма билдәләнгән.