«Башҡорт сувениры» предприятиеһында инвалидтар өсөн тегеү цехы асылды

Сәләмәтлеге буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға эш урыны булдырыу Республика мәшғүллек үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Дарина теген машинаһының текелдәгәне ыңғайына кейем тегергә ярата. Бөгөн ул ғәҙәттәгесә, өйҙә түгел, яңы эш урынында. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле тигән мөһөр был ҡыҙға килешмәй. Ул дөйөм белем биреүсе мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған, колледжда тегесе һөнәренә уҡып сыҡҡан. Тик тәжрибәһеҙ йәш белгескә эш урыны табыу ғына ауырға тура килгән. Был мәсьәлә ниһайәт, хәл ителгән.

Башҡорт сувениры предприятиеһында инклюзив тегеү-сигеү оҫтаханаһы тантаналы рәүештә асылды. Цехта сәләмәтәлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн биш хеҙмәт урыны булдырылған, әле бер вакансия бар. Тегенселәр көнөнә дүртәр сәғәт эшләйәсәк. Әле төп заказ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға повязкалар һәм эске кейемдәр тегеү.

Мөмкинлеге сикле тип әйтергә тел бармай, балалар бик аҡыллы, һәләтле. Хеҙмәт урынын ун йыл самаһы булдырҙыҡ. Бында уларҙы социаль мөхиткә яраҡлаштырыу буйынса ла эшләйбеҙ.

Винера Белова, проект авторы

Социаль-мәғариф һәм хеҙмәт интеграцияһының Инклюзив үҙәге проекты ярҙамында дәүләттән 400 мең һум самаһы аҡса бүленгән. 3 сәнәғәт тегеү машинаһы, 1 сигеү машинаһы һәм башҡа кәрәкле йыһаздар һатып алынған.

Быйыл Башҡортостанда инвалидлыҡ алған 90 кеше махсус эш урындарына эшкә урынлашҡан. Республикала инвалидтарҙы эшкә урынлдаштырыусылар өсөн төрлө матди ярҙам программалары ҡаралған.

«Башҡорт сувениры» мәшғүллек үҙәге менән 15 йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итә, ошо ваҡыт эсендә 50-гә яҡын мнвалид бында эш урыны тапҡан.

Рәмилә Исмәғилева