Республикала яғыулыҡ тағы ҡиммәтләнде

“Башнефть” заправкаларында бензинға хаҡ артҡан. 100-сө К5 маркалы бензин 50 тингә ҡиммәтләнгән. Хәҙер уның литры 63 һум 65 тин тора. Дизель яғыулығына 60 тин өҫтәлгән, бер литр өсөн 59 һум 90 тин түләргә тура килә. “Башнефть” заправкаларында һуңғы 4 айҙа хаҡтар 14-се тапҡыр күтәрелде. Сентябрь башынан солярка өс тапҡыр ҡиммәтләнде.