Флүр Сибәғәтовтың «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына арналған китабы донъя күрҙе

«Башҡорт әҙәбиәтенең йылъяҙмаһы». Филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтовтың «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына арналған китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡта матбуғат баҫмаһының бер быуатлыҡ тарихы сағылыш тапҡан. Милли китаптың исем туйында яҙыусылар, журнал мөхәррирҙәре, әҙәбиәт әһелдәре ҡатнашты.