Өфөлә Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһының 49-сы ултырышы үтте

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға етенсе саҡырылыш депутаттар һайлау ҡануниәткә ярашлы һәм хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ үтте. Был турала Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһының 49-сы ултырышында Илона Макаренко белдерҙе. Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, республика халҡы үҙен ғәҙәттәгесә сәйәси йәһәттән әүҙем, гражданлыҡ бурысына яуаплы булараҡ күрһәтте.

Тауыш биреүселәр исемлегенә 2 миллион 989 мең 78 кеше индерелгән. Берҙәм республика округы һайлауҙарында 1 миллион 545 мең 913 тауыш биргән. Атап әйткәндә, коммунистар партияһы өсөн 180 мең 696, «Ғәҙел Рәсәй»ҙәр өсөн 114 мең 56,

«Яңы кешеләр» партияһына 52 мең 688, либерал демократтарға 119 мең 373 һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы өсөн 1 миллион 63 мең 631 кеше тауыш биргән. Һөҙөмтәлә Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа Коммунистар 6 мандат, «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - хаҡлыҡ» партияһы менән «Либерал-демократтар» дүртешәр һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙәр 41 мандат аласаҡ.

Сәйәси кампанияның юғары кимәлдә үтеүен тәьмин итеү өсөн 28 меңдән ашыу һайлау комиссияһы ағзаһы ҙур эш башҡарҙы. Уларҙың барыһына ла рәхмәт. Берҙәм тауыш биреү көнө закон сиктәрендә үтте. Хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәне. Һайланған кандидаттар Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индерер тип ышанам.

Илона Макаренко, Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе