Өфөлә “Әйҙә уйнарға” фестивале үтә

 4 көн дауамында Совет майҙанында Рәсәйҙә етештерелгән уйынсыҡтар күргәҙмәһе ойошторола. Конкурс, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары уҙғарыла, асыҡ балалар студияһы эшләй. Байрамда “Непоседы”, “Домисолька»” балалар коллективтары, шулай уҡ Ваня Дмитриенко һәм Милана Хаметова сығыш яһай. “Союзмультфильм” геройҙары ҡатнашлығында флешмоб үтә. Өфөгә танылған алып барыусылар: Татьяна Веденеева, Антон Зорькин, Оксана Федорова килә. Сараның бөтә көндәрендә “Тәмле урам” исемле аш-һыу биләмәһендә тамаҡ ялғарға мөмкин. Фестиваль барышында пленар сессия була. Унда илдә уйынсыҡ индустрияһы үҫеше мәсьәләләре ҡарала.